Бында күрһәтелгән эштәр Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы Динар Иҙелбаевтың тәҡдиме менән...
Бында күрһәтелгән эштәр Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы Динар Иҙелбаевтың тәҡдиме менән һәм уның етәкселегендә башҡарылды. Ишбирҙе егеттәре Дәүләтбирҙин Юлдаш, Йортбәков Рәил, Рәхмәтуллин Флюр, Иҙелбаев Радик бәләкәй сиркәү өсөн (часовня) бура бурап, Крепостной Йылайыр ауылына алып барып, күтәреп ултыртып ҡуйҙылар. Биҙәү эштәренә Тимербулатов Руслан, Деев Степан ҡушылды. Таҙалау эштәрендә, өмәләрҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ ауыл осондағы ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелде. Был изге эштәрҙең бағыусылары - Иҙелбаев И. Д., Епифанов С. В., Хомяков А. А., Епифанов Д. С.. Улар аҡсалата, техника , материалдар менән ярҙам иттеләр. Шулай итеп, ишбирҙеләр район хакимиәте һәм район Ҡоролтайы иғлан иткән "Иң төҙөк ауыл" конкурсына ярашлы күрше ауылға ла ярҙам иттеләр. Ғәлимә Юнысова.