Хуш бул, ҡәләмдәш...
Хуш бул, ҡәләмдәш... Билдәле журналист, педагог, шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре М.З. Рәмов көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барҙы.Бөгөн уны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Рәмов Мотал Зәкирйән улы 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ район, республика балалар гәзит-журналдарына яҙыша башлай. Мәктәпте тамамлағас, район гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Бында ул үҙен үткер ҡәләм эйәһе итеп кенә түгел, ә тел ҡағиҙәләрен яҡшы белгән тәржемәсе, профсоюз лидеры итеп тә таныта. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамлай. Мотал Зәкирйән улы үҙен педагог булараҡ та һынап ҡарай: Сибай ҡалаһындағы “Ирәндек” лицейында, 8-се мәктәптә, Йылайыр һөнәрселек училищеһында, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында эшләй, намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө кимәлдәге наградаларға лайыҡ була, һөнәри конкурстарҙа ҙур еңеүҙәргә ирешә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Мотал Зәкирйән улы һәр ерҙә барыһы менән дә уртаҡ тел таба, дөйөм эш өсөн көсөн дә, дәртен дә йәлләмәй. Уның 1999 йылда Сибай ҡалаһы буйынса “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” булып танылыуы, 2000 йылда һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары тәрбиәселәре араһында республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә Гран-при яулауы, Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре -2005” шиғриәт фестивале номинанты булыуы ла юҡтан түгел. 2016 йылда Мотал Рәмовтың “Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!” шиғырҙар , быйыл уның шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Мотал Зәкирйән улының тормош юлы Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы менән тығыҙ бәйле.Әйтергә кәрәк, ул бер ҡасан да ҡала һәм ауыл тормошонан ситтә ҡалманы, үҙен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ере, халҡы өсөн йән атҡан шәхес итеп танытты.Иҫке Сибай ауылының "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан йылдарҙа ул был проектты тормошҡа ашырыуға күп көс һалды.Башҡа сараларҙың да уртаһында ҡайнаны, аҡыллы, фәһемле фекерҙәре менән сығыш яһаны. Ижади идеялар менән янып йөрөгән ҡәләмдәшебеҙҙең ғүмере, оҙайлы ауырыуҙан һуң , көтмәгәндә өҙөлдө. Уның шиғырҙары , хикәйәләре Тыуған иленә, туғандарына, дуҫтарына сикһеҙ һөйөү, йәшәү дәрте менән менән һуғарылған. Үҙенең иплелеге, тормошто яратыуы, кешелекле булыуы менән ул беҙгә үрнәк булып торҙо. Бәхил бул, Мотал Зәкирйән улы, һинең исемең беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, Көньяҡ-көнсығыш төбәк-ара журналистар берекмәһе, Баймаҡ районы беренсел журналистар ойошмаһы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы.