Альбина Байымова етәкләгән Ярат ауыл биләмәһе "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Баймаҡ р...
Альбина Байымова етәкләгән Ярат ауыл биләмәһе "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы", "Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа" проекттарында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Быйыл Ғүмәр ауылы "Сәләмәт ауыл" конкурсына ярашлы маҡсатлы эш алып бара.Бөгөн улар Ярат ауылында "Кейеҙ баҫыу" исемле йоланы күрһәтте.Сарала Ярат, Йәрмөхәмәт һәм Йомаш ауылдарынан оҫталар ҡатнашты. Милли йолаларыбыҙҙы, кәсептәрҙе, мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалау һәм йәш быуынға еткереү буйынса атҡарылған эш һөҙөмтәһе был.Афарин!