Башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен, телен һәм рухиәтен һаҡлауға индергән өлөшө өсөн
Башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен, телен һәм рухиәтен һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Ниғәмәт урта мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнөң музыка етәксеһе Хәсәнов Рәил Сәфәрғәле улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде. Награданы бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайы менән үткәрелгән тантанала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азат Шәрипов тапшырҙы. Ҡотлайбыҙ!
Канал в каталоге Максиметера
561 подписчиков · Новости