ЙОҠЛАР АЛДЫНАН БЫЛАРҘЫ ЭШЛӘРГӘ ОНОТМАҒЫҘ!
ЙОҠЛАР АЛДЫНАН БЫЛАРҘЫ ЭШЛӘРГӘ ОНОТМАҒЫҘ! 1. Тәһәрәт алырға. 2. «Аятел-Көрси» уҡырға. 3. Усҡа «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып өрөргә һәм ҡулдар менән тәнде һыпырырға. Быны 3 тапҡыр ҡабатларға. 4. Үткән көнгә йомғаҡ яһарға. Ҡылған хаталар һәм гонаһтар өсөн Аллаһтан ғәфү үтенергә. 5. Доға ҡылырға: 🤲 БИСМИКӘ ӘЛЛААҺҮММӘ ӘМҮТҮ ҮӘ ӘХЙӘӘ. Мәғәнәһе: «Йә, Аллаһым! Һинең исемең менән үләм һәм тереләм». 6. Барлыҡ мосолмандар өсөн хәйерле доғалар ҡылырға. 7. Зекерҙәр әйтергә. 🌿 Сүбхәәнәллааһ! — Аллаһ бөтә кәмселектәрҙән пак. 🌿 Әлхәмдүлилләәһ! — Барлыҡ маҡтауҙар һәм шөкөрҙәр Аллаһҡа булһын. 🌿 Аллааһү әкбәр! — Аллаһ барыһынан да бөйөк. 🌿 Әстәғфируллааһ! — Аллаһтан гонаһтарымды ғәфү итеүен һорайым. Был зекерҙәрҙе даими әйтеү гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә сәбәп була, тормошҡа бәрәкәт килтерә. Телгә еңел, ә изге ғәмәлдәр үлсәүендә ауыр булған был зекерҙәр һәм тәсбихтәр Йәннәттә ағастар ултыртыуға, һарайҙар төҙөүгә сәбәп була. Уларҙы даими ҡабатлау күңелгә тыныслыҡ бирә. 8. Уң яҡ ҡабырғаға ятып йоҡларға. ИҢ БӘРӘКӘТЛЕ ЗЕКЕРҘӘР Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ иман әһелдәренә бик күп зекерҙәр һәм доғалар өйрәткән. 🤲 СҮБХӘӘНӘЛЛААҺИ ҮӘ БИХӘМДИҺИИ. СҮБХӘӘНӘЛЛААҺИЛ-ҒӘҘЫЫМ. Иртән һәм кисен 100-әр тапҡыр әйтеү. Аллаһ Тәғәлә был зекерҙәрҙе ярата. Кешенең гонаһтары диңгеҙ күбеге хәтлем күп булһа ла, Аллаһтың рәхмәте менән ғәфү ителеүенә сәбәп була. Был зекерҙәр Ҡиәмәт көнөндә изге ғәмәлдәр үлсәүендә ауыр буласаҡ. Аллаһ Тәғәлә күп тәүбә итеүселәрҙе ярата. 🤲 ЛӘӘ ХӘҮЛӘ ҮӘ ЛӘӘ ҠУҮҮӘТӘ ИЛЛӘӘ БИЛЛӘӘҺИЛ-ҒӘЛИЙЙИЛ-ҒӘҘЫЫМ. Көнөнә кәмендә 100 тапҡыр әйтеү тәҡдим ителә. Был зекер — Йәннәт хазиналарының береһе. Ул кешегә рухи көс-ҡеүәт бирә, ауырлыҡтарҙы еңергә, проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. 🤲 ЛӘӘ ИЛӘӘҺӘ ИЛЛӘЛЛААҺҮ ҮӘХДӘҺҮҮ ЛӘӘ ШӘРИИКӘ ЛӘҺҮҮ. ЛӘҺҮЛ-МҮЛКҮ ҮӘ ЛӘҺҮЛ-ХӘМДҮ ҮӘ ҺҮҮӘ ҒӘЛӘӘ КҮЛЛИ ШӘЙ'ИН ҠАДИир. Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Ул — берҙән-бер, Уның тиңдәше һәм иптәше юҡ. Бөтә хакимлыҡ Уныҡы, барлыҡ маҡтауҙар Уға ғына хас. Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле». Был зекерҙе көнөнә 100 тапҡыр әйткән кеше: 🔹 10 ҡолдо азат иткән кеүек сауап ала. 🔹 Уға 100 изге ғәмәл яҙыла. 🔹 100 гонаһы ғәфү ителә. 🔹 Был зекер уны кискә тиклем шайтандың зарарынан һаҡлай. Шул көндә был кешенән дә күберәк изге ғәмәл ҡылыусы булмаҫ, тик ошо зекерҙе унан да күберәк әйткән кеше генә уҙып китә алыр. ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘГӘ ﷺ САЛАУАТ ӘЙТЕҮ Көнөнә 100 тапҡыр: 🤲 اَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى سَيِّدِنَا وَنَبِيِّنَا مُحَمَّدٍ ӘЛЛААҺҮММӘ САЛЛИ ҒӘЛӘӘ СӘЙЙИДИНӘӘ ҮӘ НӘБИЙЙИНӘӘ МҮХӘММӘД. Мәғәнәһе: «Йә, Аллаһым! Әфәндебеҙ һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә рәхмәтеңде һәм бәрәкәтеңде насип ит!» Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеү — бик сауаплы ғәмәл. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла Уны күп зекер итергә, гонаһтарыбыҙ өсөн тәүбә ҡылырға һәм төндәребеҙҙе тыныслыҡта үткәрергә насип итһен! Әмин! 🤲
Канал в каталоге Максиметера
561 подписчиков · Новости