Ғəфүр Рахманғолов Донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы!
Ғəфүр Рахманғолов Донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы! 31 октябрҙән алып 4 ноябргә тиклем Көньяҡ Кореяла милли йəйəнəн уҡ атыу буйынса Донъя чемпионаты үтте. Был ярышта донъяның иң көслө 700-гә яҡын уҡсыһы ҡатнашты. Ғəфүр Рахманғолов Рəсəй йыйылма командаһы составында 90 метр алыҫлыҡтағы "Тарса" сəбе (сəптең ҙурлығы 120*60 см) буйынса юғары һөҙөмтə күрһəтеп, 84 команда араһында көмөш миҙал яулауға өлгəште. Команда составында шулай уҡ түбәндәге уҡсылар сығыш яһаны: – Мункуев Шенберг (Байкал аръяғы крайы); – Мирзаев Магомедариф (Дағстан Республикаһы); – Цыбикжапов Олег (Бүрəт Республикаһы); – Очиров Санал (Ҡалмыҡстан Республикаһы). Шундай оло ҡаҙаныштары менəн ысын күңелдəн ҡайнар ҡотлайбыҙ. Афарин! Әйткәндәй, үткəн йылда уҙған Донъя Кубогында Рəсəй командаһы бронза миҙал алыуға өлгəшкəйне.
Канал в каталоге Максиметера
561 подписчиков · Новости