2-се Этҡол ауылы проектта ҡатнашырға әҙер
2-се Этҡол ауылы проектта ҡатнашырға әҙер 5 ноябрҙә 2-се Этҡол мәҙәниәт йортонда ауыл халҡының йыйылышы үтте. Сараның төп маҡсаты — ауылдың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан быйыл "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашырға тигән ҡарарға килде. Халыҡ алдында тороусы төп мәсьәләләр асыҡланды, проблемалы аспекттар тикшерелде һәм уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителде. Йыйылыш инициатив төркөм һайлау менән тамамланды. Яңы ойошторолған төркөм ауылдың үҫеш стратегияһын эшләүҙә, проекттарҙы әҙерләүҙә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа төп роль уйнарға тейеш. Сара бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды. Баймаҡ район мәҙәниәт йорто артистары әҙерләгән номерҙар сараға йәм өҫтәне. Әхиәр Вәлитов.
Канал в каталоге Максиметера
560 подписчиков · Новости