"Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитованы юбилейы менән яҡташтары ҡотланы!
"Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитованы юбилейы менән яҡташтары ҡотланы! Сибай драма театрының күренекле актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитованы яҡташтары, ауылдаштары күркәм юбилейы менән ихлас ҡотланы. Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ижади уңыштар һәм тамашасыларҙың күп булыуын теләнеләр. Зифа Баязитоваға сәнғәткә бағышланған хеҙмәте, онотолмаҫ образдары һәм яҡташтарына бүләк иткән матур осрашыу өсөн ҙур рәхмәт! Юбилейығыҙ ҡотло булһын Зифа Ғаяз ҡыҙы! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ", - тип хәбәр итте төркмәндәр.
Канал в каталоге Максиметера
560 подписчиков · Новости