Турахан кәшәнәһен ЮНЕСКО ҡомартҡылары исемлегенә индереүгә әҙерләйҙәр. — 29 июня 2026 г. в 07:06:55.943
Турахан кәшәнәһен ЮНЕСКО ҡомартҡылары исемлегенә индереүгә әҙерләйҙәр. Был хаҡта «Архтамға» бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, ошо маҡсат менән, мәҫәлән, кәшәнәнең тирә-яғындағы һирәк үҫемлектәрҙе ботаниктар өйрәнә, ә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы үҙәгенең буласаҡ музейы өҫтән үлән менән ҡаплана. Тарихи-мәҙәни комплексты тулыһынса 2028 йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр, ул Республика башлығы башланғысы менән төҙөлә. 2024 йылда иһә буласаҡ комплекстың тәүге өлөшө — визит-үҙәге асылды.

