Режиссер һәм продюсер Айнур Асҡаров "Урал аръяғы - 2026" фестиваленә башҡа төбәк вәкилд... — 27 июля 2026 г. в 08:19:07.937
Режиссер һәм продюсер Айнур Асҡаров "Урал аръяғы - 2026" фестиваленә башҡа төбәк вәкилдәрен саҡырҙы: "Тыуған Башҡортостаныма, VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына килегеҙ. 13-15 августа Сибайҙа бизнес лидерҙары, инвесторҙар һәм эксперттар осрашасаҡ. Был - эшлекле осрашыуҙарҙы ысын мәҙәниәт байрамы менән берләштереү өсөн уникаль мөмкинлек. «Йәшмәнең йәне» фестивале, ижади индустриялар аллеяһы, йәнле музыка менән танышыу тәҫораттарын һүҙ менән генә һөйләп бөтөрөп булмаҫ. Бында яңы тарих тыуаһәм үҫеш өсөн перспективалар асыла. Сибайҙа осрашҡанға тиклем!"

