«Салауат» компанияһы Гусевта Аллаһ йорто асылыуға 10 йыл тулыу айҡанлы мәсеткә күк шырш...
«Салауат» компанияһы Гусевта Аллаһ йорто асылыуға 10 йыл тулыу айҡанлы мәсеткә күк шыршы үҫентеләрен бүләк итте. «Салауат» компанияһы исеменән директорҙың экологик хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары Арсен Таһиров сарға килгәндәрҙе сәләмләне. -Беҙ ошондай мөһим ваҡиғала ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, - тине Арсен Валериевич. - Мәсет ауылдың мөһим рухи һәм мәҙәни үҙәге булып тора, ул диндарҙарҙы берләштерә. Мәсет ишеге һәр ваҡыт асыҡ булһын, Аллаһ йортонан кеше өҙөлмәһен. Ошондай ниәттә байрам уңайынан тыуған илгә һөйөү һәм берҙәмлек символына әүереләсәк күк шыршылар бүләк итәбеҙ. 20 төп йәш үҫентене мәсет биләмәһенә ултыртыуҙа сараға килгән яҡын-тирәләге ауылдарҙан имам-хатибтар, мәхәллә ағзалары, урындағы халыҡ ҡатнашты.