Ҡунаҡ тирмәһен йәмләр шыршылар — 27 июля 2026 г. в 05:06:31.374
Ҡунаҡ тирмәһен йәмләр шыршылар Һабан туйында ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар был көн иҫтәлеге итеп майҙан биләмәһендә урынлашҡан ҡунаҡ тирмәһе алдына зәңгәр шыршылар ултыртты. Был шыршы үҫентеләрен дә тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереүгә тос өлөш индергән «Салауат» компанияһы бүләк итте. Йәш ағастарҙы ултыртыу өмәһендә БР Премьер-министры Андрей Назаров, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» компанияһы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәйев һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр ауыл биләмәһенә инселәп ултыртылған йәш шыршылар ныҡлы тамыр ебәреп, күркәм тәбиғәтебеҙҙе тағы ла матурлар, йәшелләндерер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

