Гөлназ ҠОТОЕВА — 24 июля 2026 г. в 09:32:56.236
Гөлназ ҠОТОЕВА ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ Ошо сыуаҡ көндөң ҡәҙерҙәрен, Һаулыҡ, берҙәмлектең рәхәтен Бәхет тимәй, нимә тиергә һуң? Эй Хоҙайым, Һиңә рәхмәтем! Өмөт менән иртән уянамын, Көнө-төнө буйы доғаламын. Онотҡанда ҡайһы ваҡыт шуны Үҙ-үҙемдән хатта ояламын. Ерҙә йәшәү үҙе бәхет тәһә, Аяҡтарың менән атлап китеү. Барыһын да тойоү, күреү, һиҙеү – Һынауҙарҙы күнеп ҡабул итеү. Изгелектәр ҡылып, һыуға һалам – Сауаптары, беләм, үҙемә. Барлыҡ Йыһан үҙе ҡарай кеүек Ҡарағанда балам күҙемә. Иртән өмөт менән уянамын, Көсөн беләм изге доғаларҙың. Онотмайым һис бер ваҡыт шуны: Беҙ – ҡунағы ғына донъяларҙың.

