📚 Бөгөн – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө.
📚 Бөгөн – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө. Китап – ул донъяны танып белергә ярҙам иткән күңел асҡысы. Ваҡытында уҡылған китап - ҙур уңыш. Китап – белем шишмәһе. Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман. Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә. Уҡыған ил уңыр,уҡымаған ил туҙыр. Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ. Китаптың белмәгәне юҡ. Китап уҡыһаң – белемең артыр, уҡымаһаң - белгәнең дә онотолор. Яҡшы китап уҡыһаң, тағы бер дуҫың артыр. Дуҫтар, һеҙ китапханаға йөрөйһөгөҙмө? Электрон китапмы, әллә ҡағыҙмы?