“Ҡорбан ғәйете изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы”.
“Ҡорбан ғәйете изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы”. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин халыҡҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе. Ул республика мосолмандарын байрам менән ҡотланы. Өфөнөң "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә үткән Ҡорбан байрамында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика башлығы ла Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы.