Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр:
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр: 📌Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкының реактив-артиллерия батареяһы командиры Александр Козоноговҡа – Салауат Юлаев орденын, Рәсәй Тәфтиш комитетының хәрби тәфтиш бүлеге дознавателе Сергей Евстафьевҡа Шайморатов орденын тапшырҙы. 📌Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хоккей командаһы Крутов кубогына лайыҡ булды. Спортсылар дәүләт наградалары менән бүләкләнде. 📌Сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды. Яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандарҙың 95 процентында сәселгән – был яҡынса 1,9 миллион гектар, шул иҫәптән 1 миллион гектар самаһы бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары. 📌Башҡортостанда быйыл илдең ете төбәгенән иң көслө спортсылар йыйыла. Йәйге спорт төрҙәре буйынса II Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтә. Быйылдан ул «Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы» исемен йөрөтә. 📌Башҡортостанда 2026 йылдың йәйге миҙгеленә 390 аттракцион файҙаланыуға тапшырылған. Аккредитацияланған лаборатория белгестәре аттракциондарҙың техник торошон тикшергән. 418 объекттың 93 проценты файҙаланыуға яраҡлы тип табылған 📌Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә бронзанан ҡойола. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: архивта һаҡланған проект документацияһында ла тап ошондай вариант ҡаралған була.