* Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән - ямғырға.
* Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән - ямғырға. * Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр. * Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр. * Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр. * Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. * Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. * Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр. * Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. * Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. * Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. * Июнгә ҡара ла, декабрҙе күҙалла, ти, халыҡ аҡылы.