Ошо көндәрҙә Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубында “Кейеҙ баҫыу” йолаһы үтте.
Ошо көндәрҙә Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубында “Кейеҙ баҫыу” йолаһы үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, район-ҡала “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Зилә Абзалова, Мәхмүт ауылы ағинәйҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Сосновка ауылы ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп ҡаршы алғандан һуң етәкселәре Земфира Кәримова ауыл клубы музейы, “Башҡорт өйө” һәм “Тамыр” модель китапханаһының эше менән таныштырҙы: - Беҙҙең Ағинәйҙәр ойошмаһының эше тураһында районыбыҙҙың “Урал” гәзитендә һәм республика баҫмаларында бик күп яҙалар. Етәкселәр эшебеҙҙе күреп, хуплап торалар, Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын элергә стенабыҙҙа хатта урын ҡалманы. Рәхмәт барыһына ла! Эшләмәгән эшебеҙ, ҡатнашмаған конкурсыбыҙ юҡ. 2022 йылда мобилизация башланғас, бар көсөбөҙҙө махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүгә йүнәлттек. Маскировка селтәрҙәрен дә үрәбеҙ, оҙаҡ яна торған май шәмдәре, кейеҙҙән билбауҙар эшләйбеҙ, ойоҡ-бирсәткәләр бәйләйбеҙ, һалдаттарға арнап аяттар уҡытабыҙ, ҡорбан салдырабыҙ, фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алып, аҙыҡ-түлек әҙерләп, посылкалар ебәрәбеҙ, отпускыға ҡайтҡандарҙы ҡаршы алабыҙ, изге теләктәребеҙҙе теләп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына доғалар уҡып оҙатып ҡалабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, беренсе тапҡыр бешергән сәк-сәктәр тап беҙҙең ауыл егеттәренә барып еткән. Ауыл хакимиәте башлығы Азамат Кинйәбулат улы беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп тора, - тине Земфира Шәйхитдин ҡыҙы һәм саҡырыуҙарын ҡабул итеп килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. Сараның төп өлөшөндә Зөлфиә Басир ҡыҙы ағинәйҙәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында хәбәрҙар булыуын билдәләне: - Был иҫ киткес ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәтә. Уларҙың хеҙмәте - дөйөм эш өсөн берләшеү һәм ауыр ваҡытта бер-береңә ярҙам итеү мөһимлегенең сағыу миҫалы. Һеҙгә үҙ эшегеҙҙең киләсәге тураһында уйланырға кәрәк һәм эш тәжрибәһен яңы быуынға тапшырырға саҡырам. 50-55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙегеҙгә алмашҡа саҡырығыҙ, үҙегеҙ белгән һәм өйрәнгән бөтә нәмәгә өйрәтегеҙ. Уларға белемегеҙҙе, иң мөһиме - күңел йомартлығығыҙҙы еткерегеҙ. Шулай итеп, беҙ быуындарҙың ныҡлы күсәгилешлеген булдыра алабыҙ. Изгелек эстафетаһын тапшырып, һеҙ илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға булышлыҡ итә алаһығыҙ, - тине һәм актив тормош позицияһы, махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ярҙам иткәне, традицион халыҡ мәҙәниәтен, рухи-әхлаҡи традицияларҙы һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға һәм конфессия-ара тыныслыҡты һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Земфира Кәримова, Нәбирә Әҙелмырҙина, Рәшиҙә Зарипова, Фәнилә Мусина, Нәфисә Заһретдинова, Римма Йосопова, Люциә Һаруноваға, Сосновка ауылы ағинәйҙәренә һәр яҡлап ярҙам иткәне өсөн Азамат Мөхәмәтйәровҡа район хакимиәте башлығы Азат Хәкимовтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Фотолар https://vk.com/uralrb?z=album-183139477_310135705 Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/m-ni-t/2026-06-19/n-rle-ulda-b-r-k-t-bar-4725238