Белорет металлургия комбинатының 85 хеҙмәткәре бөтә Рәсәй ГТО комплексы нормативтарын т...
Белорет металлургия комбинатының 85 хеҙмәткәре бөтә Рәсәй ГТО комплексы нормативтарын тапшырып, үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен һынаны. “Металлург” стадионында күләмле спорт сараһы үтте. Программа төрлө йәш төркөмдәре өсөн 12 баҫҡысты үҙ эсенә алып, һөҙөмтәләр шәхси һәм команда зачетында күрһәтелә, унда иң көслө хеҙмәт коллективтары билдәләнә. Еңеүсе команда тупланған иң күп балл буйынса билдәләнә: бронза билдәһе өсөн - 1 балл, көмөш өсөн - 2 балл, алтын өсөн - 3 балл. Команда һөҙөмтәләре шулай уҡ БМК-ның комплекслы спартакиадаһы иҫәбенә инә. - Йәшермәйем, старт алдынан тулҡынландым. Әммә стартҡа сыҡҡас, бөтә көсөмдө һалып, барыһын да эшләнем. Алтын билдәгә нормативтарҙы тапшыра алыуыма бик шатмын - был шәхси еңеү генә түгел, команда өсөн дә яҡшы һөҙөмтә, - тип уртаҡлашты 45-49 йәшлектәр төркөмөндә норматив үтәүсе, "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәт технологиялары идаралығы директоры Олег Сарапулов. - Ирем менән күптән ГТО-ны тапшырырға теләгәйнек, әммә ваҡыт етмәй ине. Хәҙер хаҡлы ялдамын, ирем эшләй, һәм комбинатта ярыш иғлан ителгәс, ҡыуанып риза булдыҡ. Бергәләп күнекмәләр яһаныҡ һәм йүгерҙек. Бигерәк тә хеҙмәттәштәремдең күп булыуы, бер-береһе өсөн көрәшеүе һәм ярҙамлашыуы ҡыуаныслы. Яҡынса һөҙөмтәләр буйынса - ирем менән алтын билдәгә эйә! - тине Ирина Бутырская. - Завод идаралығы командаһының күбеһе ярыштарға махсус әҙерләнгән. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр эштән һуң күнекмәләр ойошторһолар. Бөгөн һәр ҡатнашыусыбыҙ үҙ көсөн тулыһынса һалды. Бындай башланғыстарҙы предприятие яҡлауы бик яҡшы - был спорт ҡына түгел, ә коллективтың берләшеүе. 47 ҡатнашыусынан торған беҙҙең команда иң күп мәрәй йыйҙы, тип ышанам. Балалар менән ғорурланам! - ти команда капитаны, "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең техник үҫеш департаменты баш белгесе Наталья Астахова. - Был сара тағы бер тапҡыр спорттың берләштереүен, команда потенциалын асырға ярҙам итеүен раҫланы. ГТО нормативтарын тапшырыуҙа ҡатнашыу физик әҙерлекте тикшереү генә түгел, ә комбинат коллективының берҙәмлегенең сағыу миҫалы булды, - тине "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Толстиков.