БӨГӨН - ЙӘШТӘР КӨНӨ
БӨГӨН - ЙӘШТӘР КӨНӨ Йәштәр көнө - ул календарҙағы дата ғына түгел, киләсәкте үҙ ҡулдары менән булдырыусыларҙың байрамы, уларҙың эҙләнеүсән аҡылы, ҡыйыу идеялары һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһы прогрестың төп хәрәкәт итеүсе көсө булып тора. Һайлаған һөнәрендә тәүге етди аҙымдар яһаған, иң ҡыйыу проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләгән һәм тирә-йүн өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер булған йәштәребеҙ байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе - Белорет күп профилле һөнәри колледжының IV курс студенты Илүзә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА менән таныштырмаҡсыбыҙ. Илүзә Илшат ҡыҙы гүзәл тәбиғәтле, данлыҡлы Учалы районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән. Ҡунаҡбай ауылы мәктәбенә I класҡа барғанда ҙур хыялына табан тәүге аҙымдарын яһай. Тап шунда уның күңелендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү ярала. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, мәктәпте тамамлағандан һуң колледжға башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә. Уҡыуҙа ла тырыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡыҙ колледжда үҙен ысын лидер итеп күрһәткән. Быйыл ул уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамларға әҙерләнә. Әммә үҙенең белемен практикала ҡулланыу өсөн сығарылыш кисәһен көтмәй. Әле үк, маҡсатлы уҡыу программаһы буйынса, мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй, үҫеп килгән быуынға туған телгә һөйөүен еткерә. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/zamandash/2026-06-26/hyyaldar-tormosh-a-asha-4732318