Өфөлә төҙөлөш магазиндарында канистрҙар бөткән
Өфөлә төҙөлөш магазиндарында канистрҙар бөткән Бына "ЛеманаПро"-ла (элекке "Леруа Мерлен") хәл ошондай. Видеояҙманы ҡарағыҙ. Һуңғы аҙналарҙа канистрҙарҙың хаҡы күләменә һәм эшләнгән материалына ҡарап 20–40 процентҡа артҡан. Әле ҡасан ғына 5 литрлыҡ һауытты 300 һумға алып булһа, хәҙер уның өсөн 500 һум түләргә тура килә. 20 литрлыҡ канистр хаҡы инде 4 мең һумға барып еткән. Әммә кибеттәрҙә хатта ошо хаҡҡа ла тауар юҡ. Һауытты бары тик интернетта алыпһатарҙарҙан ғына табырға мөмкин, йәнәһе... Ә был кешеләр ҡасандыр көн һайын тонналап ҡарабойҙай алған өләсәйҙәрҙән көлгән ине...