Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урындағы ҡатындан ғариза килгән....
Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урындағы ҡатындан ғариза килгән. Ҡатын популяр интернет-платформа аша таҡталар һатып алырға ҡарар итә һәм тейешле иғлан тапҡас, һатыусы менән бәйләнешкә инергә тырыша. Әммә яуап биреүсе булмай. Тиҙҙән уға үҙен һатыу буйынса менеджер тип танышҡан кеше шылтыратып, мессенджерҙа аралашыуҙы дауам итергә тәҡдим итә. Хат алышыу барышында мутлашыусылар һатып алыу тураһында килешеү ебәрә, унда яҡтарҙың бурыстары аныҡ яҙылған һәм түләү өсөн реквизиттар күрһәтелгән. Килешеүҙең законлы булыуына инанғас, зыян күреүсе аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерә һәм түләү тураһында квитанция ебәрә. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/common_material/2026-06-26/ta-ta-atyp-tip-4732298