Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Спецпроект” йәмғиәте директоры, башҡорт баҫмаларының, теле...
Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Спецпроект” йәмғиәте директоры, башҡорт баҫмаларының, теленең киләсәге өсөн битараф булмаған зыялы ир-уҙаман - Ағзам Йәләлетдинов “Урал” гәзитенә үҙе генә яҙылып ҡалманы, йәнә 5 дана баҫманы оло йәштәгеләргә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бүләк итте! Гәзитебеҙ редакцияһы исеменән Ағзам Әҡсән улына изгелеге өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм эшендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Бындай кешеләр үҙ миҫалында ярҙамсыллыҡ, изгелек, йомартлыҡтың йәмғиәттең нигеҙе булыуын күрһәтә. Беҙ дуҫтарыбыҙ араһында шундай кешеләр булыуы менән ғорурланабыҙ һәм ул башҡаларҙы ла изге эштәргә ҡушылырға рухландырыр, тип өмөтләнәбеҙ. #ИзгеПодписка #ДобраяПодписка