Һәр көслө йәмғиәттең нигеҙендә ғаилә ята. Ул бәләкәй баҡсаға оҡшаш - уға һаҡсыл ҡараһаң...
Һәр көслө йәмғиәттең нигеҙендә ғаилә ята. Ул бәләкәй баҡсаға оҡшаш - уға һаҡсыл ҡараһаң, ҡәҙерләһәң генә, береһенән-береһе матур сәскәләргә күмелә. Мөхәббәт, татыулыҡ һәм хәстәрлек менән сорналған ғаиләләрҙән дө-йөм дәүләттең мөһабәт бинаһы барлыҡҡа килә. Һәм уның һәр “кирбесе” ныҡлыраҡ булған һайын, ул тағы ла бейегерәк һәм көслөрәк була бара. Глобаль үҙгәрештәр дәүерендә тап ғаилә традициялары, быуындар бәйләнеше һәм тыуған усаҡтың йылыһы кешегә яңы ҡаҙаныштарға көс бирергә, ауыр саҡта һыйынырға мөмкинлек биргән тыныс урын булып ҡала. Ҡалала йәшәгән йәш ғаилә - Юлиә һәм Денис ТИМЕРҒАЗИНдарҙың да төп байлығы матди ҡиммәттәр менән түгел, ә бер-береһенә һәм балаларына сикһеҙ һөйөү менән үлсәнә. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/замандаш-/2026-06-25/t-b-gebe-oto-em-tatyu-y-sh-ail-4731101