Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының 195-се саҡрымында “Лада Ларгус” һәм УАЗ “Патри...
Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының 195-се саҡрымында “Лада Ларгус” һәм УАЗ “Патриот” автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм дүрт пассажиры һәләк була, 16 йәшлек пассажир ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Шулай уҡ, медицина ярҙамы “Патриот” пассажирына ла һәм уның 3 йәшлек ҡыҙына ла кәрәк була. Фажиғә урынына Белорет район-ара прокуроры Рәмил Яҡупов сыҡты. Прокуратура сәбәптәрҙе асыҡлауҙы контролдә тота һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында закондарҙың үтәлешен тикшерә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!