Республиканың белем биреү учреждениеларында, тотош илдәге кеүек үк, 2026-2027 уҡыу йылы...
Республиканың белем биреү учреждениеларында, тотош илдәге кеүек үк, 2026-2027 уҡыу йылының икенсе ярты йыллығынан «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» тигән яңы фәнде инә башлай. Был турала РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе. Министрлыҡта яңы дисциплинаны индереүгә әҙерлек башланған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026-2027 уҡыу йылынан ДНКР-ҙы V класс уҡыусылары өйрәнә (йылына 17 сәғәт). 2027-2028 уҡыу йылында был фән – VI һәм VII кластарҙың (йыл һайын 34 сәғәт), ә 2028/29 уҡыу йылынан V-IX кластарҙың программаһына индерелә. «Яңы уҡыу йылында «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» фәне уҡытыла башлай, ошо фән буйынса дәреслектәр әҙерләйбеҙ», — тип һөйләне Сергей Кравцов. ДНКР курсы мәктәп уҡыусыларында илдең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың – дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы һәм ҡараштары менән таныштырыла.