Яғыулыҡ республикала бармы? Ни өсөн сират бөтмәй?
Яғыулыҡ республикала бармы? Ни өсөн сират бөтмәй? Башҡортостанда яғыулыҡ баҙарындағы хәл буйынса брифинг үтте. Ҡыҫҡа матбуғат конференцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтте. Яғыулыҡҡа бәйле хәлде контролдә тотоу буйынса республика штабы етәксеһе, Премьер-министр урынбаҫары Александр Шельдяев яуап бирҙе. Хәлде күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ. Киләһе брифинг бөгөн 15:00 сәғәттә БСТ телеканалының һәм "Аңлатабыҙ. Башҡортостан" социаль селтәрҙәрҙең тура эфирында уҙа.