"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы өсөн гуманитар ярҙам туплана.
"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы өсөн гуманитар ярҙам туплана. “Халыҡ фронты”ның республика бүлексәһе ошондай башланғыс менән сыҡты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы. Быйыл ойошма махсус хәрби операция биләмәһенә 70-кә яҡын гуманитар ылау оҙатҡан. 73 хәрби берләшмәгә ярҙам күрһәтелгән. Һалдаттарға 25 автомобиль, пилотһыҙ осҡостар, медицина ҡорамалдары, элемтә һәм күҙәтеү саралары, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, посылкалар тапшырылған. ‼“Халыҡ фронты”ның адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1, 138-се бүлмә. Телефоны: ☎ 8 (347) 273-55-44.