Башҡортостанға пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм итте.
Башҡортостанға пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм итте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, 6 аппарат осоп килгән. Дүртәүһе бәреп төшөрөлгән. Бер осҡос сәнәғәт биләмәһенә ҡолаған. Янғын сыҡҡан, ут һүндерелә. “Бер пилотһыҙ осоу аппараты баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге торлаҡ йортҡа килеп бәрелгән. Юғары ҡаттарҙағы тәҙрәләр зыян күргән. Бер кеше йәрәхәтләнгән. Уға дауаханала тейешле ярҙам күрһәтелә”, - тип хәбәр итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.