Сибайҙа VIII Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйы башланды
Сибайҙа VIII Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйы башланды Сара Рәсәй һәм сит илдәрҙән власть, бизнес вәкилдәрен һәм инвесторҙарҙы берләштерә. Ул ике көн дауам итә. Быйылғы форумдың төп темаһы — «Еңеү иҡтисады». 🌏 Ҡатнашыусылар Башҡортостандың үҫеше, яңы инвестиция проекттары һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр тураһында фекер алыша. Айырым иғтибар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә һәм уларҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереүгә бүленә. 🤝 Инвестиция һабантуйы барышында 30-ға яҡын килешеү төҙөү планлаштырыла.