Махсус хәрби операцияла хеҙмәт бурысын атҡарған яҡташтарының ярҙам тураһында үтенесенә ...
Махсус хәрби операцияла хеҙмәт бурысын атҡарған яҡташтарының ярҙам тураһында үтенесенә вайым күрһәткән Абҙаҡ ауылының янғын һүндереүселәренә хәрбиҙәр сикһеҙ рәхмәт белдергән. “Хөрмәтле ойошма етәкселәре, эшҡыуарҙар, волонтерҙар һәм битараф булмаған граждандар! Беҙ һеҙгә Белгород өлкәһе территорияһында дәүләт сиген һаҡлау бурыстарын үтәгән йыйылма батальондың уҡсылар ротаһы шәхси составы исеменән мөрәжәғәт итәбеҙ. Подразделение урынлашҡан ерҙән тура алғы һыҙыҡҡа, яҡташтарға, ярҙам ебәрелә. Был - янғын һүндереүселәр һәм битараф булмаған ауыл халҡы йыйған гуманитар йөк. Янғын һүндереү часы һәр ваҡыт урындағы халыҡ өсөн тыныслыҡ гаранты булды. Әммә бөгөн егеттәр күпкә етдирәк эштәр башҡара. Ебәрелгән һәр ярҙам тыуған йорт йылыһын алып бара. Яугирҙар өсөн был бер генә нәмәне аңлата: тыуған төйәктә уларҙы онотмайҙар, көтәләр һәм Еңеүгә ышаналар”.