Илдә мобилизация көтөлмәй.
Илдә мобилизация көтөлмәй. Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков мобилизацияға әҙерлек бара тигән мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүе тураһында белдерҙе. “Бындай хәбәрҙәрҙе Украина властары тарата. Дошман илдәге хәлде ҡаҡшатырға тырыша”, - тине ул. Күптән түгел Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев Рәсәйҙә мобилизация көтөлөүе хаҡындағы мәғлүмәтте дошман провокацияһы тип билдергәйне. Ул профиль ведомство һәм төбәк башлыҡтарын ялған хәбәрҙәргә иғтибарлы булырға саҡырғайны.