Башҡортостанда 2025 йыл өсөн һалым түләү буйынса белдереү ҡағыҙҙарын ебәреү дауам итә. ...
Башҡортостанда 2025 йыл өсөн һалым түләү буйынса белдереү ҡағыҙҙарын ебәреү дауам итә. Һалымдарҙы ваҡытында түләү — Башҡортостандың һәм бөтә Рәсәйҙең имен киләсәгенә нигеҙ һала. Һалымдарҙы Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда, «Налоги ФЛ» мобиль ҡушымтаһында, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинетта түләү иң еңеле. Шулай уҡ банк ҡушымталарын һәм терминалдарын ҡулланырға йәки банк бүлексәһенә шәхсән барырға мөмкин. Мөлкәт һалымдарын һәм 2025 йыл өсөн физик шәхестәрҙең килем һалымын түләү тураһында ентекле мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.gov.ru/nu/) табырға була.