Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт алды.
Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт алды. 2026 йылдың 20 авгусынан 6 сентябренә тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары халыҡҡа шәхсән барып, һөйләйәсәк: • тауыш биреү ваҡыты һәм формалары тураһында; • һайлау участкалары адрестары; • өйҙә йәки урында тауыш биреү мөмкинлеге. «ИнформУИК» вәкилен нисек танырға? Уның фирма бейсболкаһы һәм сумкаһы, һайлау логотибы менән мәғлүмәт материалдары, таныҡлығы һәм паспорты буласаҡ. Ҡыҫҡа видеояҙманы ҡарағыҙ һәм иғтибарлы булығыҙ.