Ниһайәт, республикала «әбейҙәр сыуағы» — ҡоро, ҡояшлы һәм йылы көндәр башлана.
Ниһайәт, республикала «әбейҙәр сыуағы» — ҡоро, ҡояшлы һәм йылы көндәр башлана. Төнгө сәғәттәрҙә республикала һауа температураһының +2, +7° градус булыуы көтөлә, республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында 0, -2° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе ихтимал, ял көндәрендә көндөҙ һауа температураһы +17, +22°тиклем күтәрелә. Һауа температураһы норманан 1-3°юғарыраҡ була. Республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Киләһе аҙнаның башында һауа температураһының тағы ла нығыраҡ күтәрелеүе, норманан 4-6° юғарыраҡ күтәрелеүе фаразлана. Елена Перминова фотоһы.