Белорет металлургия комбинатындағы иң әүҙем хеҙмәткәрҙәрҙе берләштергән традицион көҙгө...
Белорет металлургия комбинатындағы иң әүҙем хеҙмәткәрҙәрҙе берләштергән традицион көҙгө кросс үтте. Ярыштарҙа 66 хеҙмәткәр ҡатнашып, үҙ көстәрен һынаны. Ир-егеттәр 1 саҡрым, ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр дистанцияны үтте. Ярыштар дүрт йәш категорияһына бүленде. Бындай алым һәр ҡатнашыусыға тиң шарттарҙа үҙен күрһәтергә һәм шәхси һөҙөмтәһен яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Ярыш йомғаҡтары буйынса йәш категорияларында ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр: техник үҫеш департаментының баш белгесе Наталья Астахова, 11-се легирланған сым цехының эштәрҙе бүлеүсеһе Наталья Сорокина, һатып алыуҙар департаменты белгесе Альбина Фәйзуллина һәм 1-се сым етештереү цехының бригадиры Валерия Тимофеева. Ир-егеттәр араһында пьедесталдың беренсе баҫҡысына тикшеренеү-технологик бүлек начальнигы Леонид Пыхов, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү цехының электромонтеры Андрей Гнедков, 1-се сым етештереү цехының сым һуҙыусыһы Петр Дульцев, проект-смета бүлеге конструкторы Михаил Фролов күтәрелде. «Кроста тәүге тапҡыр ҡатнашам. Хеҙмәттәштәремә шәхси өлгөм менән спорт менән шөғөлләнергә кәрәклеген күрһәткем килде. Бындай саралар һаулыҡты нығытып ҡына ҡалмай, коллективты ла берләштерә, уртаҡ маҡсаттарҙың етештереүҙә лә, йүгереү юлында ла берләштереүен иҫбатлай», – тип уртаҡлашты 3-сө канат цехы начальнигы Ринат Вәлиев. Команда зачетында беренсе цехтар төркөмөндә (хеҙмәткәрҙәр һаны 200 кешенән ашыу булған бүлексәләр) завод идаралығы командаһы еңеү яуланы. Икенсе төркөмдә (хеҙмәткәрҙәр һаны 200 кешенән кәм булған бүлексәләр) беренсе урынды мәғлүмәт технологиялары идаралығы командаһы алды. Ярыш еңеүселәре дипломдар менән бүләкләнде һәм премия аласаҡ. «Бындай спорт саралары комбинаттың корпоратив мәҙәниәтенең мөһим өлөшө булып тора. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға дәртләндерә, бүлексәләр араһындағы бәйләнештәрҙе нығыта һәм үҙ-ара ярҙам атмосфераһын формалаштыра», — тип билдәләне комбинаттың персонал менән эшләү идаралығы директоры Александр Кучеров. Комбинаттың матбуғат хеҙмәте.