#ЙәшелБашҡортостан#ЗеленаяБашкирия
#ЙәшелБашҡортостан#ЗеленаяБашкирия Бөгөн ҡалала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә экологик өмәләр үтте. - "Металлургтар" майҙанындағы өмәлә муниципаль район хакимиәте, ҡалалағы төрлө ойошмалар, эшҡыуарҙар, студенттар ҡатнаша. Төп акцентты К. Маркс урамынан Пушкин урамына тиклем иҫкергән ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыуға бирҙек. Улар урынына киләһе яҙ яңылары ултыртыласаҡ. Был эште Ленин урамынан башланыҡ. Бөгөн йәнә “Аструм” үҙәк баҙары, Пушкин һәм Косоротов урамдарына ҡәҙәр урамдарҙы, тротуарҙарҙы сүп-сарҙан таҙартабыҙ, - тине район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары Юрий Точилкин. Өмәлә шәхси эшҡыуар, “Металлургтар” майҙанындағы “Әкиәт” прокат үҙәге һәм кафеһы етәксеһе Вадим Щербаков та ҡатнашты. - Бөгөн тормош иптәшем Эльвира Ғәли ҡыҙы, прокат үҙәгендә эшләгән егеттәр – Прохор һәм Данил менән өмәлә ҡатнашабыҙ. Егеттәр икеһе лә металлургия колледжы студенттары, тик “биш”легә генә уҡыуҙан тыш, эшләргә лә өлгөрәләр. Хатта йәй көндәрендә лә ял итмәнеләр. Йәштән үк тырыш, егәрле егеттәр күптәргә өлгө булып тора. Өмәлә үҙ теләгем менән ҡатнашам. Сөнки айырыуса ҡалабыҙ йөҙө - “Металлургтар” майҙаны һәр ваҡыт таҙа һәм матур булырға тейеш! - ти Вадим Борисович. -