Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн ышаныс чаты эшләй башланы
Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн ышаныс чаты эшләй башланы МАХ платформаһында "Беҙ һинең менән" тигән чат булдырылды. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, төп маҡсат - балаларға ярҙам күрһәтеү. Шәхси проблемалар, ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында чатҡа аноним рәүештә яҙырға мөмкин. - Исемегеҙҙе, ниндәй мәктәптә уҡыуғыҙҙы бер кем дә белмәйәсәк, аныҡ ярҙам күрһәтеләсәк, - тине министр.
67 просмотров