#ЙәшелБашҡортостан#ЗеленаяБашкирия
#ЙәшелБашҡортостан#ЗеленаяБашкирия Бөгөн ҡалала, «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә, яҙын ерекмәгән ҡарағайҙар урынына яңылары ултыртылды. Ағастар төҙөлөш планлаштырылған участкаларҙан алып киленде. Сарала район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Александр Кононенко, Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы студенттары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Иртәгә, 26 сентябрҙә, «Йәшел Башҡортостан» акцияһының берҙәм көнө. Өмә барышында республика буйлап 3,4 мең ағас һәм 57 мең үҫенте ултыртыласаҡ, 51 яңы тематик аллея булдырыласаҡ. Бынан тыш, ерекмәгән 820 ағас һәм 7,2 мең ҡыуаҡты алмаштырыу (компенсациялы йәшелләндереү) планлаштырыла. “Йәшел Башҡортостан ” акцияһына дәррәү ҡушылайыҡ - бергәләп республикабыҙҙы тағы ла матурыраҡ итәйек. Наил ШАКИРОВ фотолары.