Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы төҙөлөшө дауам итә
Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы төҙөлөшө дауам итә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында эш бер көнгә лә туҡтамай. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республикабыҙҙың төп төҙөлөштәренең береһендә төшөрөлгән тарихи кадрҙар менән бүлеште. Төбәк башлығы яҙыуынса, тиҙҙән ете башняны быяла менән көпләү тамамлана. "Иҫегеҙгә төшөрәм, улар беҙҙә етәү, бейеклектәре 11-ҙән 29 ҡатҡа тиклем. Һәм уларҙың һәр береһе күренекле ғалимдар хөрмәтенә аталған – Пифагор, Аристотель, Авиценна, Шэнь Ко, Менделеев, Вернадский һәм Циолковский. Киләһе йылда уҡ бында студенттар, уҡытыусылар, саҡырылған ғалимдар күсеп инәсәк. Был мәлде бик түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Әлегә иһә республикабыҙҙың төп төҙөлөштәренең береһендә нимәләр булыуын күрһәтәм. Уникаль кадрҙар – тарихи мәл! Барығыҙға ла уңыштар!"