«Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 100 саҡрымдан ашыу туристи...
«Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 100 саҡрымдан ашыу туристик юлды ремонтлайбыҙ. Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез һәм башҡа трассалар», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн туробъекттарға юлдар төҙөү эшен дауам итергә һәм юл буйы сервисын үҫтерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. «Беҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтә бирә», — тине Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, былтыр республикаға 2,4 миллиондан ашыу турист килгән (8,2 процентҡа күберәк). Әлеге күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй. «Беҙҙең бурыс — туристар ағымын йылына кәмендә 3 миллион кешегә тиклем арттырыу», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы: Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген, «Салауат ере» комплексын, «Шүлгәнташ» музейын үҫтереү, боронғо баҡыр иретеү заводтарын тергеҙеү хаҡында иҫкә төшөрҙө. Республиканың «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары — ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә, ә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.