🗳 ️Башҡортостанда дәүләт Думаһына һәм урындағы власть органдарына һайлауҙың икенсе көн...
🗳 ️Башҡортостанда дәүләт Думаһына һәм урындағы власть органдарына һайлауҙың икенсе көнө башланды. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Тауыш биреү 3250 участка буйынса үтә. «Рәхмәт» акцияһы быйыл бөтә участкаларҙа ла ташлама менән генә дауам итә. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һайлаусылар һаны 2 955 278 кеше тәшкил итә. Һүрәттә: 1282-се участка һайлау комиссияһы ағзалары. Улар йыл да һайлаусыларын үҙенсәлекле ҡаршы ала.