Ирәмәлгә һәм Ирәкташҡа барыу тыйылды.
Ирәмәлгә һәм Ирәкташҡа барыу тыйылды. Властар был урындарға тыйыуҙарҙы тәбиғәт янғындары арҡаһында индерҙе. Тыйыу туристарға, һунарсыларға һәм, ғөмүмән, бөтәһенә лә ҡағыла һәм 28 сентябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Һәм оҙайтылыуы мөмкин. Уҙған аҙнала туристар яҡҡан усаҡ арҡаһында Ирәкташта урман янып китте. Ул саҡта ут 10 гектарҙан ашыу урманды биләй. Наил Шакиров фотоһы.
77 просмотров