#ВашВыбор2026
#ВашВыбор2026 Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286-сы һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып килде. Муниципалитет етәксеһе бөгөн, эш көнө башында иртәнге кәңәшмә алдынан, тауыш биреүҙә ҡатнашты. Процедура бары тик бер нисә минут ҡына алды. Етәксе паспортын күрһәтеп, бюллетендәр алғандан һуң тауыш биреү кабинаһына инеп, тауышын бирҙе һәм урнаға төшөрҙө. Азат Салауат улы һайлау комиссияһы ағзалары менән аралашып, процестың аныҡ, хәүефһеҙ һәм бөтә нормаларҙы үтәү менән ойошторолоуының мөһимлеген билдәләне. - Һайлау - һәр беребеҙ өсөн яуаплы аҙым. Бөгөн биләмәбеҙҙең үҫеш стратегияһын билдәләүсе, төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, социаль өлкәгә ярҙам итеү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мәсьәләләрен хәл итерлек кешеләрҙе һайлайбыҙ. Ил киләсәге туранан-тура беҙҙең гражданлыҡ позицияһына бәйле. Беренселәрҙән булып килдем, сөнки был гражданлыҡ бурысыбыҙ. Һәм үҙемдең өлгөм менән был аҙымға ни тиклем яуаплы ҡарауымды күрһәтәм. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, бөтә донъяға махсус хәрби операцияла мотлаҡ еңеүебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Нисек кенә булмаһын, һайлауҙарҙы үткәрәсәкбеҙ һәм илебеҙҙә ниндәй берҙәм халыҡ булыуын иҫбатлаясаҡбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хакимиәт башлығы.