Туҡан ауылында XII еңел атлетика кросы үтте. Спорт байрамы легендар яҡташтары, Бөйөк Ва...
Туҡан ауылында XII еңел атлетика кросы үтте. Спорт байрамы легендар яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Рәсәй Геройы Дмитрий Плотников иҫтәлегенә, шулай уҡ ауылдың "Айыҡ ауыл-2026 " республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыуына арналды. Күләмле сараны Туҡан ауыл биләмәһе хакимиәте ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп һәм китапхана менән берлектә ойошторҙо. Ярыштар “Тарихи хәтер” партия проектына ярашлы үтеп, балаларҙы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса эштең мөһим өлөшөнә әйләнде. Директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Наталья Весельская ҡатнашыусыларҙы геройҙың биографияһы һәм забегтар тәртибе менән таныштырҙы. Яҡташтарының ҡаһарманлығына оло хөрмәт йөҙөнән стартҡа 71 спортсы баҫты. Быйыл бишенсе тапҡыр туҡандарға күрше Егәҙе уҡыусылары ла ҡушылды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре иң йәш йүгереүселәр булды. Улар артынан 50, 250 һәм 900 метр араға йүгерергә башланғыс, урта һәм өлкән класс уҡыусылары баҫты. Еңеүселәргә һәм призерҙарға почет грамоталары, миҙалдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Әйтергә кәрәк, быйылғы приз фонды тулыһынса урындағы меценаттар ярҙамында булдырылған. Сергей һәм Данил Щепаревтар, Олег Дятлов, Даян Әхмәров, Дарья Абдуллина, Наталья һәм Константин Селиверстовтар, Рәсим Ғилманов һәм Артур Ҡотлобирҙин үҙ өлөшөн индерҙе. Туҡан ауыл хакимиәте кросты үткәреү буйынса ойоштороу комитетына ихлас рәхмәт белдерә. "Һеҙгә, яҡындарығыҙға һәм туғандарығыҙға ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!" - тинеләр ауыл хакимиәтендә.