"Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабына ярашлы, Тимер юл ауылының “Олимп”...
"Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабына ярашлы, Тимер юл ауылының “Олимп” физкультура‐һауыҡтырыу комплексында ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында баскетбол буйынса дуҫтарса матч үтте. Майҙансыҡҡа Архангел районы, Тимер юл ауылы һәм Белорет баскетболсылары сыҡты. Ауырыуса Белорет спортсылары маҡтауға лайыҡ. Улар ял көнөндә лә уйнарға ваҡыт тапҡан күп балалы әсәләр. Уларҙың спорт сараһында ҡатнашыуы - ғаилә тураһында хәстәрлек һәм спортҡа һөйөүҙе берләштереп була торған яҡшы өлгө. Матч сағыу ваҡиғаға әүерелеп, спорттың йәшкә һәм тормош шарттарына ҡарамай кешеләрҙе берләштергәнен күрһәтте. Сығанаҡ: Тимер юл ауыл хакимиәте.