Спорт көрәше буйынса Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы барған Өфөләге Көрәш һарайында район...
Спорт көрәше буйынса Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы барған Өфөләге Көрәш һарайында райондың олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры Салауат Дауытов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Бүләкте тренерға төбәк етәксеһе үҙе тапшырҙы. Был физкультура һәм спорт үҫешенә индергән өлөшө өсөн танылыу беҙҙең өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Салауат Ғәзиз улы олимпия резервындағы спорт мәктәбендә 2013 йылдан билбау көрәше буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. Ошо йылдар эсендә намыҫлы, яуаплы хеҙмәткәр, оҫта ойоштороусы һәм талантлы тренер итеп танытты. Салауат Дауытов судья һәм секретарь булараҡ район һәм республика кимәлендәге спорт сараларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ул билбау көрәше буйынса судьяларҙың икенсе категорияһына эйә, республика ярыштары сиктәрендә семинарҙарҙа һәм кәңәшмәләрҙә тренер һәм судьялыҡ тәжрибәһен арттыра. Уның тәрбиәләнеүселәре даими рәүештә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа улар бер нисә тапҡыр Донъя чемпионатында, Рәсәй беренселегендә һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында, шулай уҡ Башҡортостан чемпионатында һәм беренселегендә еңеүсе һәм призер була. Салауат Ғәзиз улын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Районда спортты үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт.