БАШҠОРТОСТАН: АҘНАНЫҢ МӨҺИМ ВАҠИҒАЛАРЫ
БАШҠОРТОСТАН: АҘНАНЫҢ МӨҺИМ ВАҠИҒАЛАРЫ Абхазия президенты Бадра Гунба Өфөлә булды. 8 сентябрҙә Ул Вуз-ара кампуста, Республика менән идара итеү үҙәгендә булды, бизнес-берләшмә менән осрашты һәм Радий Хәбиров менән туризм, сауҙа һәм логистиканы үҫтереү буйынса фекер алышты. Башҡортостанда Талбазыла, Асҡында һәм Ямашта моделле китапханалар асылды. Улар «Ғаилә» милли проекты буйынса яңыртылған. Башҡортостан аграрийҙары 2,7 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алған. 7 сентябргә яҡынса 970 мең гектар иген йыйып алынған. «ГеоСаҡырыу» халыҡ-ара геология чемпионаты тамамланды. 28 августан 9 сентябргә тиклем унда 40 команданан 300-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 сит илдән сығыш яһаны. Янғын хәүефе юғары булыу сәбәпле, республикала 28 сентябргә тиклем урмандарға барыу сикләнде. Саралар Әбйәлил, Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Ҡана, Күгәрсен, Тирлән, Учалы һәм Хәйбулла урмансылыҡтары биләмәләренә ҡағыла. Адмирал Федор Ушаковтың бюсы Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Полярсылар музейы янында ҡуйылды. Асыу флот етәксеһе тыуыуына 280 йыл тулыуға арнала. Башҡортостанда йәштәр өсөн «Тел мөхите» беренсе форумы үтте. Төрлө муниципалитеттарҙан 100 уҡыусы блогинг һәм башҡорт телендә контент булдырыу менән шөғөлләнде, халыҡ алдында сығыш яһаны. 11 сентябрҙә Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде. Байрам рәсми рәүештә 2020 Йылда Радий Хәбировтың Указы менән булдырылды һәм йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үткәрелә. Ҡала һәм райондарҙа мәҙәни саралар, флешмобтар һәм социаль селтәрҙәрҙә акциялар үтте. Өфөлә спорт көрәше буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының финал этабы үтте. Көрәш Һарайында 50 төбәктән 300-ҙән ашыу спортсы сығыш яһаны. Өфөлә «Ватан көсө» форумы «Атайсал» проектының 1000-дән ашыу ҡатнашыусыһын йыйҙы. Майҙансыҡтарҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, яҡташтар ойошмаларын үҫтереү, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, шулай уҡ йәштәр башланғыстары тикшерелде.