Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 2026 йылдың 11 ноябрендә 19.00 сәғ...
Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 2026 йылдың 11 ноябрендә 19.00 сәғәттә була. Был хаҡта республика етәксеһе бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика халҡы үҙ һорауҙарын тура бәйләнешкә алдан ебәрергә тейеш. Был сараға яҡшыраҡ әҙерләнергә һәм бөтә мөһим темаларҙы иҫәпкә алырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне ул. Былтыр ҙа Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үтте. Ул дүрт сәғәткә яҡын дауам итте, Радий Хәбиров 60-тан ашыу һорауға яуап бирҙе. Юлдарҙы ремонтлау, креатив индустрияға ярҙам итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары, ауыл хужалығын үҫтереү һәм төбәктең стратегик объекттарын һаҡлау төп темалар булды.