Башҡортостанда ҙур селтәрҙәр республика автозаправкаларында яғыулыҡты канистрҙарға тулт...
Башҡортостанда ҙур селтәрҙәр республика автозаправкаларында яғыулыҡты канистрҙарға тултырыуҙы тыйыуҙы ғәмәлдән сығара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте. Был яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡланыуына бәйле. – Беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ — АЗС-тарҙа сират юҡ, йә иһә бәләкәй генә, – тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров «Роснефть», «Башнефть», «Лукойл», «Газпромнефтехим Салауат» компанияларына, АЗС етәкселәренә рәхмәт белдерҙе, оборона министрлығына һәм «БАРС»тың төбәк бүлексәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: «Нефтселәргә һәм беҙҙең теракттарҙан һаҡлаусыларға рәхмәт».